«Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйынса үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһай. 23 мартта фестиваль Пермь крайының Барҙы ауылы Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәгендә үтә. 24 мартта байрамды – Сафакүл ауылы, 25 мартта – Ҡурған ҡалаһы, 26 мартта Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһы ҡабул итә.

28-29 мартта фестиваль Төмән өлкәһендә билдәләнгән. Байрам Сведловск өлкәһендә тамамланасаҡ: 30 мартта сара – Түбәнге Тагилда, 31 мартта Екатеринбургта үтә.

Ҡурай байрамы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты көнүҙәк тарих һәм мәҙәниәт мәсьәләләрен, урындарҙа башҡорт этносын артабан үҫтереү перспективаларын тикшереү өсөн тарихсыларҙы, этнографтарҙы, генеалогия өлкәһе белгестәрен йәлеп итеп, түңәрәк өҫтәл уҙғарырға ниәтләй. Шулай уҡ урындағы башҡорттар Ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы ойоштороласаҡ.

Ошо уҡ майҙансыҡта «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары күрһәтеләсәк. Тамашасылар «Әсе бал», «Күңел йылы», «Тере шишмә» исемле документаль таҫмаларҙы һәм «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән» анимация фильмын ҡарай аласаҡ.

Ҡурай байрамы ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Федерацияһы Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Марсель Ҡотоев, «Арғымак» этно-рок төркөмө һәм Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығыш яһаясаҡ.

Проекттың ойоштороусылары – республиканың Мәҙәниәт министры, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/972081/

Ир шашҡанда билдәле, ат сапҡанда билдәле