Ҡурайсы кодексы

 

Ҡурайсы исеменә лайыҡ булған кеше түбәндәге ҡанундарҙы ҡабул итергә тейеш:

-    һис бер ваҡыт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы, милләтенең әхлаҡи намыҫының тере сағы­лышы булыуын онотмаҫҡа;

-     Ватанын һөйөргә, унда йәшәгән барлыҡ халыҡ­тарҙы ла тигеҙ хөрмәт итергә, халҡының һәм иленең патриоты булырға;

-    һәр ерҙә үҙен лайыҡлы тоторға, үҙе өлгөһөндә халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә их­тирам уятырға;

-    белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә, халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә һәм баш­ҡаларға өйрәтергә, бар урында пропагандаларға;

-    ил тарихын, ырыу-ғаилә шәжәрәһен белергә, ки­ләсәк быуынға өйрәтергә, ғаиләлә, йәмәғәт урында­рында балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һалырға;

-    башҡорт йыр-көй мираҫын даими өйрәнергә, халыҡсан көйөнсә һаҡларға һәм артабанғы быуын­дарға тапшырырға;

-    ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йыллыҡ ижади тәжрибәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм ошо көнгәсә килеп еткән ҡурайҙы камиллаштырыу һылтауы менән изге ҡомартҡыны үҙгәртеүгә, асылда һыбыҙ­ғыға өйләндереүгә, ҡурайҙан айырмаһы булған музыка ҡоралдарына «ҡурай» атамаһы биреү ынтылышына юл ҡуймаҫҡа;

-    башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурай донъя мәҙәниәте хазинаһы, төҙөлә башлаған мәленән үк Башҡортостан дәүләтселегенең символы булыуын иҫтә тоторға, уға һөйөү һәм ихтирамды арттырырға;

-    ҡурай һәм ҡурайсы исемен һаҡларға, был тө­шөнсәләргә тап төшөрмәҫкә, тар мәнфәғәттәрҙән сы­ғып эш итергә ынтылыуҙарға юл ҡуймаҫҡа;

-    ҡурай үләйенең үҫкән урыны - изге Урал тау­ҙарын, тәбиғәтен һаҡларға;

-    ҡурайсылар һәм ҡурай моңон яратыусылар мөхитен арттырыуҙа, киңәйтеүҙә ҡыйыу эш итергә;

-    үҙеңдән алда йәшәгән ҡурайсыларҙы, уларҙың ижадын белергә, хормәт менән иҫтә тоторға, мөмкин булғанса уларҙың шәхестәрен мәңгеләштерергә тыры­шырға.

Энә менән ҡойо ҡаҙып булмай